mun bit bashqort.info dan saqlangan

Ҡыйын эшкә - ҡыйыу юҡ.

Фекер алыу

Сайттың ниндәй яғын яҡшыртыр кәрәк?

Сайтка Кереy






Паролегеҙҙе
оноттоғоҙмо?
Теркәлмәгәнһегеҙме? Теркәлеү

Баш Бит
Халыкты йэшэтер им-эмэл
Автор Admin   
Халыҡты йәшәтер им-әмәл
 
   Борон башҡорттарҙа ырыу берҙәмлеге билдәләренең береһе оран булған. Батырҙар, азамат ирҙәр ҡан ҡәрҙәштәрен, йорт-илде яуға, көрәшкә, донъяуи ҙур эшкә саҡырып оран һалған. Урал батыр, һәүбән, Салауат, Әхмәтзәки... Ил ағаларының ялҡынлы һүҙҙәре, ҡайнар өндәмәләре йөрәктәрҙе ҡуҙғытҡан, халыҡты бер уй, ниәт менән беректереп, изге эшкә ҡуҙғатҡан. Бөгөн дә бөтә башҡорт халҡына оран ташлар хәлдәр, яр ҡысҡырып иғлан итер хәбәрҙәр бар. Улар Беренсе һәм Икенсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайҙарында ла яңғыраны. Иң-иң мөһимдәренең береһе — өйләнеү, ғаилә ҡороу, нәҫел-нәсәпте ишәйтеү.

   Халҡыбыҙҙы тергеҙеү һәм үҫтереү өсөн беҙгә ишле лә, берҙәм дә булыу зарур. Ишләнеү, берәүҙән икәү, икәүҙән өсәү булыу әүәл-әүәлдән хуп күрелгән. “Быларҙың беренән-бере батыр улдары, бе-ренән-бере матур ҡыҙҙары тыуып ҡына торған, ти. Балалары, балаларының балалары ишәйеп китеп, бара-бара бер ауыл булған, ти”, — тип әкиәт һөйләр ине бабайым. Әкиәт түгел, тормош хәҡиҡәте булған был. Борон халҡыбыҙ ишле булғанға күрә Урал буйына таралып ултыра алған бит. “Урал батыр” эпосында әйтелгәнсә:
Дауамы...
 
Эш табылыр
Автор Admin   

Теләк кенә булһын, эш табылыр

       Бөгөн эш табыуы ҡатмарлы түгел, ә бына яҡшы эш хаҡы һәм соцпакет менән эшкә урынлашыу, ай-һай, анһат түгел. Бигерәк тә абруйлы ойошмаларҙа туғандары йә таныштары булмағандарға айырыуса ҡыйын. Ғөмүмән, кешеләрҙе эшкә "урамдан" ҡабул итмәйҙәр, мотлаҡ кемдеңдер рекомендацияһы буйынса алалар. Бында юлы берәү генә - әгәр һин йәш һәм дәртле икәнһең, ныҡышмал булырға кәрәк, бер генә тапҡыр ынтылып, туҡталып ҡалырға ярамай.
       Эшкә урынлашыу буйынса тәҡдимдәр һәр ваҡыт күп булған урындарҙың береһе - вакансиялар йәрминкәһе. 28 ноябрҙә үткәрелгән беренсе республика эш һәм уҡыу урындары вакансиялары йәрминкәһе быны асыҡ раҫланы. Йәрминкәлә халыҡ, айырыуса йәштәр күп булды, йырып үтерлек тә түгел ине. "Эш биреүсе" өҫтәле эргәһендә кешеләр һорауҙар бирҙе, ҡайһы берҙәре шунда уҡ анкета тултырырға ултырҙы.

Дауамы...
 
ТЕЛ КYРКЕ
Автор Тимур Мохтаров   

Тел күрке

    «Әй, Мөхәммәд! Ғәрәптәр үҙ телдәрендә Ҡөрьәнде яҡшы аңлап, уның менән вәғәзләнеп, башҡаларҙан элек иман килтерерҙәр тип, Ҡөрьәнде беҙ һинең әсә телендә индерҙек», — ти Китап.

   Тимәк, иманға эйә булыу өсөн әсә теле кәрәк икән. Сөнки «Әсә теле ул — сәсән теле», «Аҡылдың үлсәүе — һүҙ». Беҙҙә бөгөн әсә телендә һөйләшеүгә, әсә теле менән һоҡланырға өйрәтеүҙәр, әсә телендәге китаптарҙы йәнең теләгәнсә иркенләп уҡып барыуҙар юҡ дәрәжәһендә. Әгәр ҙә кешенең тел хазинаһынан хәбәре булмаһа, әсә телендә уйлана белмәһә, уның ауыҙы күңелде ҡарайта торған сүп-сар өсөн генә асыла башлауы мөмкин. Телде беҙ яҙмыш ихтыярына ташларға ғына торабыҙ. Яҙмыш ихтыярына ташланған тел — ул шайтан ҡулына килеп эләккән еп һымаҡ, хужаһы уны нисек теләй шулай әйләндерә.

Дауамы...
 
<< [Беренсе] < [Алдағы] 1 2 3 4 [Киләһе] > [Һуңғы] >>

Һөҙөмтәләр 1 - 5 - Бөтәһе 16
© 2007 Bashqort.Info
Биттен яhалыу ваkыты 1.426019 секунд
Hosted by uCoz